Ғәҙәттәгесә, эре ялған аҡсалар күп. Уларҙың 80% — 5 000 һумлыҡ. Шулай уҡ мең һумлыҡ — 39, ике мең һумлыҡ 14 аҡса табылған.
Бер йылда берешәр 500, 200,100 һумлыҡ ялған аҡса асыҡланған, ә ун һумлыҡтар бөтөнләй юҡ.
Шулай уҡ биш ялған АҠШ доллары һәм бер евро асыҡланған. 2018 йылда өс ялған аҡса табылған.
Аҡсаның ялған булыуына шик тыуған осраҡта уны банктың ҡулаҡса менән эшләгән бүлегенә экспертизаға тапшырырға кәрәк. Әгәр аҡса ысынлап та ялған икән, шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеү зарур, тип кәңәш бирҙеләр Башҡортостандың Милли банкында.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы