Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март 2020, 14:00

Республикаға яҙ килде: синоптиктар көндәрҙең һиҙелерлек йылытыуы хаҡында хәбәр итте

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 10 мартта республикала аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 6-11 метр.

Һауа температураһы көндөҙ – 1-ҙән 6 градусҡаса йылы.
11 мартта урыны менән бер аҙ ҡар, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Айырым райондарҙа төндә боҙлауыҡ, юлдар тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән ҡапыл көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – минус 2-нән плюс 3-кә тиклем. Көндөҙ – плюс 3-8 градус.
12 мартта ла төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Көндөҙ шулай уҡ бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән ҡапыл көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – 0-дән плюс 5-кә тиклем, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында минус 4 градусҡаса. Көндөҙ йылыраҡ – 2-нән 7 градусҡаса йылы.