Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 17:30

Әбейҙе икенсегә талағандар...

Полицияға 85 йәшлек пенсионер әбей ярҙам һорап килгән: 3 март көнө көндөҙгө сәғәт ун икелә ул өйөнә ике ят ирҙе индереп, утыҙ мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы буйынса ЭЭМ идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Әлегә билдәле булыуынса, ирҙәр, беҙ хоҡуҡ һаҡлау органдарынан, алдан урланған аҡсаны килтерҙек, тип фатирға ингән.
Әбей ҡыуанысынан уларҙың документтарын да һорап тормаған, формала булмағандарына ла иғтибар итмәгән. Бер аҙ әңгәмәләшкәндән һуң, ирҙәр сығып китә, ә хужабикә улар биргән аҡсаның приколдар банкы купюралары икәнен һәм үҙенең 30 мең һум аҡсаһы юғалғанын асыҡлай.
Әлеге ваҡытта бурҙарҙы эҙләйҙәр. Енәйәт эше асылған.
Полиция яттарҙы йортоғоҙға индермәҫкә ҡуша. Кемдер коммуналь, социаль йәки башҡа дәүләт ойошмалары хеҙмәткәре булып килә икән, документтарын күрһәтеүҙе һорап, улар эшләгән учреждениеға шылтыратып, ысынлап та, уларҙа шундай кешеләрҙең эшләйме-юҡмы икәнлеген белешегеҙ.
Фото: Bash.news сайтынан.