Мәсетле тормошо
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2020, 20:00
Башҡортостанда ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй
Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтары көнө уңайынан Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты «ҡыҙыу бәйләнеш» асты.
Ведомство белгестәре консультациялар бирә, кәрәк булһа, дәғүәләр төҙөүҙә ярҙам күрһәтә.
«Ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны: (347) 218-09-78.
Республика райондарында һәм ҡалаларында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнгән белгестәрҙең телефон һандарын
бында
табырға мөмкин.
Шылтыратыуҙар 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө йыл һаны 15 мартта билдәләнә. Быйыл ул «Рациональ ҡулланыусы» («The Sustainable Consumer») девизы аҫтында уҙғарыла.
Новости партнеров
Владимир Путин поздравил жителей Башкирии и её столицы с 450-летием Уфы
Владимир Путин менән Радий Хәбиров эш осрашыуы үткәрҙе
"Спорт - милләтара диалог һәм тынычлыкны ныгыту коралы"