Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2020, 20:00

Апрелдә Башҡортостанда юлдарҙы ремонтлау өсөн 26 асфальт-бетон заводы эшләй башлай

Өфөлә транспорт һәм юл хужалығы тармағының яҙғы-йәйге осорға әҙерлеген тикшерҙеләр.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең «Ремстройдормаш» заводында күсмә «Транспорт сәғәте»н үткәрҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республикала юлдарҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау өсөн тәғәйенләнгән техника паркын ҡараны.
Орджоникидзе районының Төҙөкләндереү хеҙмәте майҙансығында республика етәксеһе соҡорҙарҙы ямау өсөн ҡорамалдар менән танышты. Ойошма майҙаны 4 миллион квадрат метрҙан ашыу булған 232 саҡрым ҡала юлдарын тәртиптә тотоу өсөн яуап бирә. Хеҙмәт етәксеһе Рөстәм Саяхов һүҙҙәренсә, бөтә машиналар ҙа алдағы миҙгелдә эшләргә әҙер.
«Аңлашыла, техника етмәй, ләкин ул аҙ булһа ла бар. Эште дөрөҫ ойоштороу мөһим», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Ремстройдормаш» заводында республика башлығы юл билдәләрен әҙерләү участкаһын, шулай уҡ автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу өсөн машиналар паркын ҡарап сыҡты.
«Транспорт сәғәте»ндә соҡорҙарҙы ямау, билдәләрҙе яңыртыу мәсьәләләрен ентекле тикшерҙеләр.
«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Пролипото һәм Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Хөсәйенов соҡорҙарҙы ремонтлау тураһында әйтте. Юл хеҙмәттәре һалҡын ҡатнашма ярҙамында юл япмаһының етешһеҙлектәрен бөтөрөү менән шөғөлләнә. Әйтәйек, 2020 йылдың ғинуар-февралендә Өфөлә генә соҡорҙарҙы ямау өсөн 1 338 квадрат метр майҙанда 222 мең тонна асфальт-бетон ҡатнашма тотонолған.
Апрелдә ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмалар менән ремонтлау өсөн 26 асфальт-бетон заводы эшләй башлай. Был эштәрҙе төҙөкләндереү айлығын үткәреү осоронда тамамлау күҙаллана.