«Беҙ быны кешеләргә зыяратҡа барып, туғандарын һәм яҡындарын иҫкә алырға мөмкинлек биреү өсөн эшләйбеҙ, ә властың бурысы – халыҡҡа уңайлы инфраструктура булдырыу (зыяраттарға маршруттар, дежурлыҡ , бөтә конфессия вәкилдәренең эшен ойоштороу), — тине республика етәксеһе. — Православие динендәгеләрҙең Пасханан һуң билдәләнгән «ата-әсә көнөнә» дәғүә итмәйбеҙ».
«Башҡортостан Республикаһында Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө тураһында»ғы указда 2 май көнө билдәләнә. Йыл һайын был көндә маршруттар һәм зыяраттарҙа башҡа саралар ойоштороуҙан тыш, муниципалитеттар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, ветерандар һәм тол ҡатындарҙың, тыл эшсәндәренең, ҡораллы көстәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә ярҙам итергә тейеш.
30 мартҡа тиклем республика хөкүмәте ойоштороу мәсьәләрен хәл итергә һәм финанслау сығанаҡтарын табырға бурыслы.