Мәсетле тормошо
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 18:00
Республикала ниндәй тармаҡтарҙа иң юғары эш хаҡы түләйҙәр – статистика
Статистиктар 2019 йылда Башҡортостан ойошмаларының уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы буйынса мәғлүмәттәрен иғлан итте.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала иң юғары эш хаҡын кокс һәм нефть продукттары етештереү менән мәшғүлдәр ала — айына уртаса 72,7 мең.
Башҡортостанда файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә уртаса хеҙмәт хаҡы — 62,4 мең һумдан ашыу.
Тәүге өсәү исемлегендә һуңғы урында — профессиональ, ғилми һәм техник эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән хеҙмәткәрҙәр (54,8 мең һум), шулай уҡ химик матдәләр һәм химия продукттары етештереү менән мәшғүлдәр (53,7).
Республикала хеҙмәткәрҙәр уртаса 45 мең һумдан ашыу алған өлкәләр иҫәбендә — «башҡа транспорт саралары һәм ҡорамалдар етештереү», «дәүләт идара итеүе һәм хәрби хәүефһеҙлекте тәьмин итеү; социаль тәьминәт», «компьютерҙар, электрон һәм оптик әйберҙәр етештереү», «финанс һәм страховка эшмәкәрлеге».
Киреһенсә, былтыр иң түбән эш хаҡын күн һәм күн әйберҙәр етештереү менән мәшғүлдәр алған – уртаса 14 мең һум.
Йыһаз етештереүселәр иһә 15,8 мең һум.
Шартлы өсөнсө урында – кейем-һалым етештереүселәр — 2019 йылда уртаса 19,9 мең һум.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә
, 2019 йылда Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын иҫәпкә алып 7,6 процентҡа артҡан һәм 36 495 һумға еткән.
Республикала реаль хеҙмәт хаҡы, 2018 йыл менән сағыштырғанда, 2,9 процентҡа артҡан.
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан