Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 14:00

Ғәфү итә торған көн

Масленицаның һуңғы көнөндә һәм Бөйөк пост башланыр алдынан христиандар Ғәфү итә торған йәкшәмбене билдәләй.

Был көндө туғандарынан, дуҫтарынан, үлгән туғандарынан ғәфү итеүҙе үтенәләр, үпкәләрҙе оноталар. Был көндө әйтелгән төп һүҙҙәр: “Кисер мине” – “Алла ярлыҡар, мин дә ғәфү итәм”. Байрамдың төп маҡсаты – кешеләрҙә яҡты һәм ихлас теләктәр, изге эштәргә ынтылыш уятыу.
Быйыл был көн 1 мартта билдәләнә.
Ғәфү итә торған йәкшәмбелә насар эштәр ҡылыу, башҡаларҙы рәнйетеү тыйыла. Ғәфү үтенеүҙе йәки кисереүҙе ихлас күңелдән эшләргә кәрәк. Ҡыҙырға, яҡын кешеләрең һәм ғаилә ағзаларың менән әрләшергә, насар нәмә тураһында уйларға, зар-ланырға, тирә-йүндәгеләргә уҫаллыҡ теләргә, ярҙам итеүҙән йәки хәйер биреүҙән баш тартырға кәңәш ителмәй. Ауыр физик хеҙмәт менән шөғөлләнергә, йыйыштырырға, кер йыуырға ярамай. Ғәфү үтенә торған йәкшәмбе Бөйөк пост алдынан була. Был йомортҡа, һөт, сыр, май, ҡаймаҡ ашарға яраған һуңғы көн. Ит ризыҡтары тыйылған.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.