Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 12:00

Биш сәғәт операция эшләйҙәр

Республика кардиология диспансеры табиптары яңы ғына Кесеров киҫеме менән бала тапҡан ҡатынға ҡатмарлы операция эшләгән.

Был бик һирәк осрай торған хәл. Зарина К. тыумыштан йөрәк сирле булыуына ҡарамаҫтан, 13 йылдан һуң икенсегә ауырға ҡала. Йөклөлөк осоро ауыр бара. Баланың һәм әсәнең ғүмеренә хәүеф янай. 29-сы аҙнала ҡатындың хәле киҫкенләшә. Табиптар консилиум йыйып, уға бер - бер артлы ике операция эшләргә ҡарар итә. Тәүге операцияны Республика перинаталь үҙәге табиптары эшләһә, икенсеһен – митраль, аорта, трискупидиаль клапандарҙы протезлауҙы кардиохирургтар эшләй. Биш сәғәт эсендә пациент ике операция үткәрә.