Берҙәм медицина документтары базаһы төрлө медицина ойошмалары табиптарына электрон төрҙә мәғлүмәт менән алмашыу мөмкинлеге бирә. Алдағы йылдарҙа республика халҡына электрон хеҙмәттәр һәм сервистар күрһәткән Дәүләт хеҙмәттәре порталының «Минең сәләмәтлегем» бүлегенең, шулай уҡ шәхси медицина документтарына инеү мөмкинлектәрен киңәйтеү күҙаллана.
Башҡортостан «Һанлы контур» төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн бүленгән федераль аҡса күләме буйынса илдә беренсе урынды биләй. 2019-2021 йылдарға республикаға 2,4 миллиард һум субсидия бүленде, Краснодар крайы һәм Мәскәү өлкәһе 2,3-әр миллиард һум алды.
Максим Забелин әйтеүенсә, Республикала Контакт-үҙәк эшләй, уға 13-01 номеры буйынса бушлай шылтыратырға мөмкин. Был сервис ярҙамында табипҡа яҙылырға, табипты өйгә саҡыртырға йәки үҙеңде ҡыҙыҡһындырған һорау бирергә була.
«Табипҡа» мобиль медицина ҡушымтаһы халыҡҡа тағы ла ҙурыраҡ мөмкинлектәр аса. Сервис шәхси электрон медицина карталарын, анализдарҙың һөҙөмтәләрен ҡарарға мөмкинлек бирә. 2020 йылда пациенттарҙың айырым категорияларына ситтән тороп консультация үткәреү технологияһын индереү планлаштырыла.