Мәсетле тормошо
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2020, 17:40

"Рәсәй лидерҙары. Сәйәсәт" конкурсына тәүлек эсендә генә 8 меңдән ашыу кеше теркәлгән

Лидерҙар рәтенә Мәскәү(17,2%), Свердловск өлкәһе (7,9%), Мәскәү өлкәһе (5,4%), Санкт-Петербург (5,1%) һәм Башҡортостан Республикаһы (4,9%) ингән.

Чукот АО-һынан тыш илдең бар төбәктәре ҡатнаша. Идарасылар ярышҡан "Рәсәй лидерҙары" конкурсынан айырмалы рәүештә, бында үҙҙәренең ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеген бәйләгән йәки алып барырға теләгән төбәктән теркәлергә мөмкин.
Ғаризаларҙы башлыса ир-егеттәр бирә - улар 87,3%. Шулай ҙа иң беренсе булып теркәлеүсе һәм видеоинтервью яҙыусының ҡатын-ҡыҙ кеше икәне асыҡланған.
Кисә, 26 февралдә, конкурс сайтында дәғүәселәргә ярҙам итеү бүлеге асылды. Ярыш Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторола, уны "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" автономлы коммерцияһыҙ ойошма үткәрә.
"Рәсәй лидерҙары" конкурсы финалына Волга буйы федераль округынан 30 кеше ингән. Уларҙың етәүһе - Татарстандан, 6 — Башҡортостан, 4 — Сыуашстан, өс финалсы — Түбәнге Новгородтан, икешәр вәкил Ырымбур, Һамарҙан, Мордовиянан, берәр кеше Пермь крайынан, Һарытау, Пенза өлкәләренән һәм Марий Эл Республикаһынан килгән.
Беҙҙән ярымфиналда 40 кеше ҡатнашҡан.
Фото: Т.Аманов