Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2020, 11:00

Президент грантын алырға мөмкин!

2020 йылда президент грантын алырға теләһәгеҙ, конкурсҡа ғаризаларҙы 26 февралдә ҡабул итә башлаясаҡтарын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Социаль проекттарҙы 31 мартҡа тиклем күрһәтергә кәрәк. Тәүге конкурстың һөҙөмтәләрен 21 февралдә иғлан иткәйнеләр ҙә инде.
Ғаризаларҙы электрон рәүештә ошо сайтҡа һалырға: президентскиегранты.рф
Конкурста рәсми теркәлгән коммерция булмаған ойошмалар ҡатнаша ала.
Документтарҙы бирер алдынан Положениены уҡып сығыу артыҡ булмаҫ (ул президентскиегранты.рф сайтында "Документы" өлөшөндә).
Фото: ВК-нан.