Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Юғары суды судьялары вазифаларына Регина Әйүпова һәм Ингрида Индан тәғәйенләнде, Дәүләкән район суды судьяһы – Вадим Ғәлимйәнов, Өфө ҡалаһының Калинин районы суды судьяһы – Азамат Мөхәмәтйәнов, Өфөнөң Совет районы суды судьяһы – Сослан Исҡужин.
Бынан тыш, Владимир Путин 2020 йылдың 20 февралендәге «Федераль судтарҙың судьяларын тәғәйенләү тураһында» 141-се Указға ҡул ҡуйҙы, шуның нигеҙендә Азалия Шакирйәнованы Өфөнөң Совет районы судьяһы итеп тәғәйенләне.