Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 17:30

“Сәләм” тапшырыуында – беҙҙең район

25 февралдә БЮТ каналында “Сәләм” программаһы эфирында 9 сәғәт 10 минуттан алып сәғәт 10-ға тиклем “Сәләм, Республика!

Бөйөк Еңеүгә – 75!” проекты Мәсетле районының Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналасаҡ. Унда Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Әхкәмова, район ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Әхмәтнур Хафизов һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәм Словакияның милли ихтилалында әүҙем ҡатнашыусы, “Бейек Татр” партизандар отрядының легендар командиры, күренекле педагог Вафа Әхмәҙуллиндың улы Роберт Әхмәҙуллин ҡатнашасаҡ.
Тура эфир барышында мәсетлеләр 8-347-2-925-985 номеры буйынса студияға шылтыратып йәки 8-937-30-77-177 номеры буйынса WhatsApp-та яҙып, һуғышта ҡатнашыусылар тураһында һөйләй, шулай уҡ һорауҙар бирә ала.