Күргәҙмәлә 1799-1990 йылдарҙа Рәсәй император армияһының, Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының һәм Совет армияһының кесе офицерҙар составы һәм рядовойҙары бүләкләнгән награда, юбилей билдәләре, миҙалдар күрһәтелә, тип хәбәр итә музейҙың матбуғат хеҙмәте.
Шулай уҡ унда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының наградаларын һәм миҙалдарын, хәрби көнкүреш предметтарын, ҡоралдарҙы, костюм комплекстарын күрергә мөмкин. Күргәҙмә төрлө йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнә.