Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2020, 14:00

Быйыл 1 апрелдән социаль пенсия индексациялана

1 апрелдән халыҡтың социаль пенсияһы 6,1% индексациялана, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Әгәр кешенең раҫланған хеҙмәт стажы юҡ йәки ул хеҙмәт пенсияһын тәғәйенләү өсөн етмәй икән, дәүләт билдәләгән эшкә яраҡһыҙ йәшкә еткәс, уға социаль пенсия тәғәйенләнә. Шулай уҡ инвалидтар, ҡараусыһын юғалтҡан балалар социаль пенсия алырға хоҡуҡлы.
Шулай итеп, социаль пенсия 6,1% индексациялана. Бер үк ваҡытта, социаль пенсияның тейешле күләменән сығып, саҡырыу буйынса хеҙмәт иткәндәрҙең, хәрбиҙәрҙең, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгәндәрҙең, техноген йәки радиация һәләкәттәрендә зыян күргән граждандарҙың һәм башҡаларҙың пенсияһы арттырыла, тип хәбәр итә ТАСС.
Сығымдар айына 2,41 миллиард һум йәғни йыл аҙағына тиклем 21,7 миллиард һум була, тип өҫтәне министр. Индексация күләме уҙған йылдарға ҡарағанда күпкә юғары: 2019 йылда — 2%, 2018 йылда — 2,9%.