Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 13:10

Янғында өс ир һәләк булған

Бөгөн төндә Өфө районының Октябрьский ҡасабаһында сыҡҡан янғында 1956, 1981 һәм 1992 йылда тыуған ирҙәрҙең кәүҙәһе табылған.

Салауат Юлаев урамындағы янғын тураһындағы хәбәр төнгө 3-тәр тирәһендә килә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының кризислы ситуацияларҙа идара итеү буйынса үҙәгенә шылтыратыу алынғас та, махсус ярҙам хеҙмәте ебәрелә. “Ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡлау өсөн бөтәһе ете берәмек техника һәм 20 хеҙмәткәр йәлеп ителә. Янғын тиҙ һүндерелә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы көл-күмер эсендә 64, 39 һәм 28 йәшлек ирҙәрҙең һәләк булғаны асыҡлана. Әлеге мәлдә янғын сығыуҙың сәбәптәре тикшерелә, фажиғә булған урында янғын һынау лабораторияһы эшләй, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынаң Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.
Халыҡҡа даими рәүештә аңлатыу эштәре һәм мәғлүмәт биреү алып барылһа ла, янғындар һаны кәмемәй. Республикала көн һайын янғынға бәйле ваҡиғалар теркәлеп тора. Шуныһы ҡыҙғаныс: янғында кеше ғүмерҙәре өҙөлә...
Фото:zen.yandex.ru