Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 11:00

Владимир Путин Мәскәүҙең элекке мэрының исемен мәңгеләштерә

Рәсәй Президенты "Юрий Лужковтың исемен мәңгеләштереү тураһында"ғы указын имзаланы.

Лужков әфәнденең Мәскәүҙе үҫтереүгә һәм Рәсәй дәүләтселеге ҡоролошона тос өлөш индереүен иҫәпкә алып, Владимир Путин шуны ҡарар итә:
Мәскәү хөкүмәтенә түбәндәге мәсьәләләрҙе ҡарарға:
1. Элек Юрий Лужков йәшәгән йортҡа мемориал таҡта ҡуйыу;
2. Лужковтың исемен баш ҡаланың Мәскәү хөкүмәте идаралығы университетына биреү;
3. Лужков тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү өсөн башҡа саралар ойоштороу.
Указ 14 февралдә үҙ көсөнә инде.
Фото: Кремлин.ру (архив)