Мостай Кәрим исемендәге фондтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы юғары сифатлы йыйынтыҡтарҙы 40-тан ашыу сауҙа нөктәләрендә, шул иҫәптән Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында һатып алырға мөмкин.
«Беҙҙең өйҙөң йәме» — ҙур форматлы сағыу һүрәтле баҫма. Өс мең данала донъя күргән 160 битлек балалар йыйынтығына яҙыусының «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм «Әтәс тирмәне» повестары, шулай уҡ хикәйәләре ингән.
«100 шиғыр» китабында Мостай Кәримдең иң яҡшы шиғырҙары тупланған. Баҫманың тиражы – 3 мең дана, күләме – 150 бит.
Мостай Кәримдең китаптары ҙур популярлыҡ менән файҙалана, тип билдәләй популяр китап селтәре менеджерҙары. «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмының премьераһы алдынан Мостай Кәримдең бөтә китаптары һатылып бөттө. Баҫмалар үҙҙәренең иллюстрациялары, биҙәлеше, ҡағыҙҙың һәм китаптарҙың сифатлы булыуы менән һатып алыусыларға бик оҡшай.