Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2020, 12:00

Конфиденциаль һәм ҡул аҫтында

Башҡортостан Республикаһында бушлай ашығыс психологик ярҙам телефон номеры эшләй.

Бының өсөн төбәктең теләгән торама пунктынан стационар йәки кеҫә телефондары аша 8-800-2000-122 һәм 8-800-347-5000 номерҙарына шылтыратырға кәрәк. Балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре, шулай уҡ баш- ҡа граждандар ярҙам менән файҙалана ала.
Конфиденциаллек, бушлай һәм ҡул аҫтында булыу – “Ышаныс телефоны” эшенең төп принциптары. Был һәр бала һәм ата-әсә тәүлек әйләнәһенә аноним һәм бушлай квалификациялы психологик ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә һәм уның “Ышаныс телефоны”на мөрәжәғәт итеү сере гарантиялана, тигәнде аңлата.