Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 17:00

Республикала өс йөклө ҡатын-ҡыҙҙы алып китеп барған ашығыс ярҙам машинаһы ауған

Башҡортостандың Салауат районында өс йөклө ҡатын-ҡыҙ ултырған ашығыс ярҙам машинаһы ауған.

«Салауат ерендә» гәзите хәбәр итеүенсә, ашығыс ярҙам автомобиле акушер-гинеколог оҙатыуында йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына алып китеп барған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы урынына икенсе ашығыс ярҙамды саҡырғандар, ләкин уның килеүенә табип һәм буласаҡ әсәйҙәр, юл ыңғай осраған машинаға ултырып, Мәсәғүткә юлланған.
Бер кем дә зыян күрмәгән. Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһында йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға тулыһынса тикшереү үткәрергә тейештәр.
Хәҙер Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл фажиғәһенең сәбәптәрен тикшерә.
Юл-транспорт фажиғәләренең йыш осраған сәбәптәре һәм уларҙы булдырмау тураһында беҙҙең лонгридта уҡығыҙ.