Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 12:30

Февралдә ял көндәре

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө – эшләмәй торған ял көнө булыуы тураһында хәбәр итә.

2020 йылда эшләмәй торған ял көнө – 23 февраль йәкшәмбегә ял көнөнә тура килә. Ял һәм эшләмәй торған байрам көндәре тап килгәндә ял көнө байрам көнөнән һуң килгән эш көнөнә күсерелә. Шулай итеп, йәкшәмбе, 23 февралдәге, ял көнө 2020 йылдың 24 февраленә күсерелә. Йома, 21 февралдә, эш көнө ҡыҫҡартылмай.
Биш көнлөк эш аҙнаһында байрам көндәренә бәйле 22, 23, 24 февраль ял көндәре булып тора.
Хеҙмәт кодексына ярашлы, йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 23 февралдәге байрам көнө отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.