Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 11:00

БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәне ҡарағыҙ!

Ул бөгөн, 17 февралдә, иртәнге сәғәт 10-да башланасаҡ.

Кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалығындағы, юл-транспорт комлексындағы хәлдәр, "112" берҙәм номеры буйынса ашығыс шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеү һәм эшкәртеүҙе ойоштороу, юлдар төҙөү һәм ремонтлауға әҙерлек барланасаҡ.
Сарала Миәкә һөт заводын финанс һауыҡтырыу буйынса ниндәй саралар күрелгәне тураһында һөйләнәсәк. Социаль страховкалау фонды иҫәбенә республика халҡына түләүҙәр һәм пособиелар тураһында мәғлүмәт тә буласаҡ. Стәрлетамаҡта тормошҡа ашырылған "Мәктәпкәсә белем биреүҙә сертификат" проекты тәжрибәһе лә ҡараласаҡ. Фото: Т.Аманов