Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2020, 14:00

Полиция хәбәр итә

Хөкөм ителеүҙең һәм (йәки) енәйәткә бәйле тикшереү фактының булыу-булмауы, енәйәткә бәйле тикшереүҙең туҡтатылыуы тураһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының белешмә биреү буйынса дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса яңы административ регламенты 10 февралдә законлы көсөнә инде.

Ошоға бәйле, Рәсәй Эске эштәр министрлығының территориаль органдары 2020 йылдың 10 февраленән хөкөм ителеүҙең булыу-булмауы тураһында район кимәлендә белешмә биреү буйынса дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙе туҡтата.
Хөкөм ителеүҙең булыу-булмауы тураһында белешмә алыу өсөн һеҙгә үҙегеҙгә уңайлы ысулды һайларға кәрәк: дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күр-һәтеү күп функциялы үҙәктәре, МВД-ның Башҡортостан Республикаһы буйынса мәғлүмәт үҙәге йәки www.gosuslugi.ru сайтында Рәсәй Федерацияһының берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша.