Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2020, 11:00

Владимир Путинға авария хәлендәге торлаҡ тураһында отчет бирелде

Рәсәй Президенты РФ төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушевты ҡабул итте. Осрашыуҙа һүҙ торлаҡ төҙөлөшөндә халыҡ алданмаһын өсөн булдырылған эскроу-иҫәп системаһы, авария хәлендәге йорттарҙан күсереү тураһында барҙы.

Халыҡҡа, әлбиттә, ике тема ла мөһим. Ил буйынса күпме алданған өлөшсөләр бар?! Система эшләй, ул һөҙөмтәле. Шулай тип белдерҙе министр.
- Яҡшы, ә авария хәлендәге торлаҡ буйынса эштәр нисек бара? - тип һораны Владимир Владимирович.
- 2019 йылда беҙ күрһәткестәрҙе арттырып үтәнек. Милли проект буйынса алһаҡ, 140 мең квадрат метр урынына беҙҙең 800 мең кв. м. килеп сыҡты, - тип маҡтанды Якушев. Ил төбәктәрен дә маҡтап алды. Тимәк, эш гөрләп бара...
Быйыл күрһәткес бер миллион квадрат метрға етергә тейеш. 2024 йылға тиклем бер миллион кв. метрҙан ашыу авария хәлендәге торлаҡтан күсереү планы ҡуйылған.
- Уны үтәйәсәкбеҙ, - тип ышандырҙы ведомство башлығы.
Фото: Кремлин.ру