Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2020, 11:30

Тиҙҙән юлдың һәр метры күҙәтеләсәк

Беҙҙең юлдарҙа фажиғәләр һаны бер кәмей ҙә, бер арта. Аварияларға күбеһенсә тиҙлекте арттырыу, юлдың насар булыуы, иҫерек водителдәр ғәйепле.

Былар бөтөрөрлөк сәбәптәрме? "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы ҡуйылған күрһәткестәргә өлгәшә алырбыҙмы?
Өлгәшергә тырышабыҙ ҙа ул. Әле республиканың тағы 16 район һәм ҡалаһындағы юлдарҙа 115 фотовидеотеркәү камераһы ҡуйылған.
Улар Стәрлетамаҡ (ҡалаһы һәм районында - 20), Нефтекама ҡалаһында (6), Әлшәй (6), Архангел (3), Баҡалы (7), Бәләбәй (6), Белорет (11), Бишбүләк (8), Бүздәк (3), Дәүләкән (4), Иглин (11), Кушнаренко (6), Миәкә (7), Федоровка (9), Шаран (8) райондарында.
Ә Башҡортостанда 1 майға тиклем 62 муниципалитетта барлығы 609 камера буласаҡ. Ҡоролмаларҙы ҡуйыу һәм ҡарау "Башинформсвязь" компанияһы яуаплылығында. Бының өсөн 1,75 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Биш йыл үткәс, камера комплекстары республика милкенә күсәсәк.
Фото: "Башинформ".