Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2020, 11:00

Владимир Путин аҙ һанлы халыҡтарға бәйле законды имзаланы

Яңы документ аҙ һанлы аҫабаларҙың хоҡуҡтарын гарантиялау тураһында.

Йәғни был яңы закон да түгел, ә булғанына үҙгәрештәр индерелде. Рәсәй Президенты "Рәсәй Федерацияһының аҙ һанлы аҫаба халыҡтарҙың хоҡуҡи гарантиялары тураһында"ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында" тигән Федераль законға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, үрҙә телгә алынған категорияға ҡараусы халыҡтар һанын билдәләү федераль башҡарма власть органдарына йөкмәтелә. Закон махсус исемлекте төҙөү, анализлау хаҡында.
Һәм дәүләт, муниципаль органдар, дәүләттең бюджеттан тыш фондтары аҙ һанлы халыҡтарҙың хоҡуҡтарын һаҡлау һәм яҡлауҙы тәьмин итеү өсөн, законда ҡаралғанса, исемлеккә индерелгән кешеләр тураһында мәғлүмәтте файҙалана, ә милләте тураһында документтарын талап итергә тейеш түгел.
Фото:Кремлин.ру