Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 18:26

Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты ҡарҙан таҙартыу буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» асты

Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты халыҡтан мөрәжәғәттәр ҡабул итеү өсөн «ҡыҙыу бәйләнеш» асты.

Райондарҙа һәм ҡала округтарында йәшәүселәр 8-937-845-28-42 телефоны буйынса шылтыратып, ҡыйыҡтарҙа йыйылған ҡар, боҙбармаҡтар, тротуарҙарҙа, йорт яны биләмәләрендә ятҡан ҡар япмаһы, шулай уҡ идара итеүсе компанияларҙың граждандарҙың мөрәжәғәттәрен иғтибарға алмауы тураһында хәбәр итә ала.


Дәүләт комитетында рейдтар үткәреү хаҡында ла белдерҙеләр.


Шылтыратыуҙар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә.