Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2020, 12:00

Дарыуханалар хаҡтарҙы арттырһа...

РФ Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт дарыуханаларҙа медицина битлектәре һәм вирусҡа ҡаршы препараттар булмау буйынса ялыуҙар ҡабул итә башланы. Мөрәжәғәттәр 8 (800) 550-99-03 телефоны буйынса ҡабул ителә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡытайҙағы коронавирус арҡаһында медицина битлектәренә һәм дарыу препараттарына ихтыяж артыу сәбәпле, хаҡтарҙы арттырған дарыуханаларҙың лицензияларын алырға тәҡдим итте.
Әйткәндәй, әлегә Өфөләге дарыуханаларҙа вирусҡа ҡаршы дарыуҙарҙың хаҡын арттырыу күҙәтелмәй шикелле. Битлектәрҙең хаҡтары айырыла. «Фармленд» аптекалар селтәрендә та ул – 9 һум, «Дәүләт аптекаһы»нда – 4 һум, «Осһоҙ аптека. Вита»ла – 15 һум тора.
Фото: papillomy.com