Владимир Путинға һаулыҡ һаҡлау тармағы өсөн кадрҙар әҙерләүгә ҡағылышлы һорауҙы ла бирҙеләр. Һүҙ башлыса аспирантура, ординатураға махсус йүнәлтмә менән йыйыу хаҡында барҙы. Һәм, әлбиттә, төбәктәрҙәге вуздарға булышлыҡ итеү мәсьәләһе лә күтәрелде.
- Был турала мин үҙемдең быйылғы Мөрәжәғәтнамәмдә лә телгә алдым. Эйе, мәҫәлән, ординатураға 100 процент кимәлендә маҡсатлы рәүештә йыйырға тейешбеҙ. Аспирантура буйынса ла ошоға ынтылыу мөһим. Юғары квалификациялы белгестәр беҙҙә аныҡ ихтыяждар күләменә тура килергә тейеш. Күпме кәрәк, шунса кадрҙар. Әле беҙҙә яңылышмаһам, һәр бишенсе кеше аспирант. Яҡынса 20 процент. Был күрһәткес күтәрелергә тейеш. Был тема буйынса эште артабан да теманы дауам итәсәкбеҙ.