Хәҙер тәүге баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның минималь күләме – 3882 һум 14 тин; икенсе һәм артабанғы балалар өсөн – 7764 һум 27 тин.
Бала тыуғас ата-әсәгә бер тапҡыр бирелә торған пособие – 20 704 һум 74 тин.
Йөклөлөктөң тәүге айҙарында табипҡа иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға түләнгән пособие 776 һум 42 тингә тиклем артты.
Ерләү өсөн пособие ла индексацияланды – 7043 һум 59 тин.