Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2020, 11:00

Владимир Путин йәшелсәләр тураһында хәбәрҙе ҡыуанып ҡабул итте

Беҙ был тармаҡта гел алда барабыҙ, былтыр ҙа хеҙмәтсәндәр "бик яҡшы"ға эшләне, тип баһа бирҙе Рәсәй Президенты. Ысынлап та, һөҙөмтәләр бик һәйбәтме икән?

Владимир Путин Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушевты ҡабул итте. Министр ил етәксеһенә 2019 йыл күрһәткестәре хаҡында һөйләне.
Ауыл хужалығы тауарҙары етештереү күләме арта бара. Иген дә бик күп. Йәғни, былтыр беҙҙә 121 миллион тонна иген йыйып алынған. Был, 2018 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, 7,4 миллионға күберәк.
- Төп культуралар буйынса ла тотороҡло үҫеш күҙәтелә, - тине министр. Әйткәндәй, былтыр йәшелсәләр ҙә 14 миллион тонна йыйылған. Был хәҙерге Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткес.
- Быға тиклем проблема булһа, тимәк, хәҙер беҙ етмәгәнде еткерәбеҙ, - тип ҡыуанысын белдерҙе Президент.
- Тап шулай, - тип уны ҡеүәтләне Патрушев. - Емеш-еләк йыйыуҙа ла рекордлы күрһәткестәргә өлгәштек. Аҙыҡ-түлек, эшкәртеү сәнәғәте буйынса ла ыңғай динамика күҙәтелә. Малсылыҡта ла 2018 йыл күрһәткестәрен үтеп киттек. Һөт етештереү буйынса ла...
Ҡыҫҡаһы, үҫеш ауыл хужалығы тармағының һәр йүнәлешендә. Экспортлау ҙа насар түгел. Хатта беҙҙең тауарҙы алыусы илдәр һаны ла 19-ға артҡан. Ҡытай менән ҙур проект буйынса килешкәнбеҙ: унда һыйыр малы ите һәм күркә итенән субпродукттар һатасаҡбыҙ.
Ауыл хужалығында эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы ла тотороҡло үҫһә...
Фото: Кремлин.ру.