Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 11:00

Владимир Путин: Ныҡ тороғоҙ, кәрәк булһа, беҙ ярҙамға әҙер

Рәсәй Президенты үҙенең дуҫына сабыр булырға теләп, телеграмма ебәрҙе.

Владимир Путин Ҡытай лидеры Си Цзиньпинға юллаған телеграммаһында коронавирусҡа ҡаршы һөҙөмтәле саралар табып, уны еңеүҙәрен теләне, ҡайғы килгән ғаиләләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерҙе. Әгәр кәрәк була ҡалһа, беҙҙең, йәғни Рәсәйҙең ярҙамға килергә әҙерлеген дә әйтте.
- Ҡытай властары дөрөҫ һәм урынлы ҡарарҙар ҡабул итер, эпидемия таралыу туҡтатылыр һәм унан килгән зыян да әҙерәк булырына ышанам, - тигән ил башлығы.
Фото: Кремлин.ру.