Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 14:00

Уларҙың батырлығы мәңгелек!

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына “Еңеү йөҙ-ҙәре” проекты булдырылған.

Бөтә халыҡ тарихи архивы – ул 150 миллиондан ашыу фото һәм текслы документтар, 150 миллиондан ашыу яҙмыш. Еңеү музейында “халыҡ экспозицияһы” булдырылған, унда “Еңеү йөҙҙәре” проектында ҡатнашыусылар үҙҙәренең ата-бабалары портретын табып, уны балаларына һәм ейәндәренә күрһәтә ала.
Проектта теләһә ҡайһы ил граждандары ҡатнаша һәм Еңеү музейының тарихи архивына үҙҙәренең яҡындары тураһында мәғлүмәттәр индереп, нацизмды еңеүсе быуындың ҡаһарманлығын мәңгеләштерә ала.
“Еңеү йөҙҙәре” проектына сайт, мобиль ҡушымта, почта аша ебәреп йәки шәхсән ҡушылырға һәм ғаилә архивындағы материалдарҙы Еңеү музейының тарихи архивына тапшырырға була.
Тулыраҡ архивтың https://historydepositarium.ru/ сайтында белергә мөмкин.