-6 °С
Болотло
«Закон проектына ярашлы, ишле һәм инвалид балалы ғаиләләр ер урынына 250 мең аҡса алырға мөмкин, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Бында иң мөһиме – «теләк буйынса». Ергә хоҡуҡлы бөтә ғаиләләр ҙә өй төҙөргә йыйынмай. Был осраҡта участкаға ҡарағанда аҡса ҡулайыраҡ. Икенсе яҡтан, беҙгә тейешле инфраструктура менән йыһазландырылған ер участкалары етешмәй. Әгәр льготаға эйә булғандарҙың бер өлөшө аҡсаны һайлаһа, был барыһы өсөн дә килешеп эшләнгән ҡарар булыр ине. Һәр хәлдә һайлау – ерме йәки аҡсамы – ғаиләләр ҡарамағында ҡала».