Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2020, 17:30

Коллекторҙар даими контролләнә

Республика суд приставтары 2019 йылда коллекторҙар менән эшләүгә йомғаҡ яһаны.

2017 йылдан башлап суд приставтары хеҙмәте кисектерелгән бурыстарҙы түләтеү менән шөғөлләнеүсе юридик ойошмаларҙы контролләүҙе бойомға ашыра. Практика күрһәтеүенсә, бөтә коллекторҙар һәм банк ойошмалары ла заем алыусылар менән 230-сы Федераль законға ярашлы эш итмәй. Ҡайһы саҡ әлеге компаниялар хеҙмәткәрҙәре бурыслының хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен боҙа, ә ҡайһы берҙә хатта янауҙарға һәм башҡа хаҡһыҙ эштәргә күсә.
Республиканың суд приставтары хеҙмәте идаралығы тарафынан 2019 йылда граждандарҙан коллекторҙарҙың һәм кредиторҙарҙың уларҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙары тураһында 658 мөрәжәғәт тикшереүгә ҡабул ителгән, был 2018 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Шул һандан 278 ғариза – төп эшмәкәрлек төрө сифатында кисектерелгән бурысты түләтеү менән шөғөлләнеүсе ойошмалар, йәғни рәсми коллекторҙар эшенә. 247 мөрәжәғәт һәр төрлө микрофинанс һәм микрокредит компанияларына, 43 – кисектерелгән бурысты үҙ аллы түләтергә хоҡуҡлы кредит ойошмаларына ҡарата бирелгән. Тағы ла 90 ялыу башҡа шәхестәргә ҡағылған.
Коллекторҙар һәм кредиторҙар ебәргән төп хаталар: заем алыусылар менән рөхсәт ителгән иң күп бәйләнештәр һанын арттырыу; өсөнсө шәхестәр йәки бурыстары булмағандар менән бәйләнешкә инеү; өсөнсө шәхестәр менән уларҙың ризалығынан йәки бурыслының ризалығынан тыш бәйләнешкә инеү; психологик баҫым яһау, янауҙар; тейешле булмаған йөкмәткеләге хәбәрҙәр ебәреү; бурыслыны хата фекергә төшөрөү; бурыслының персональ мәғлүмәттәрен һәм уның бурыстары тураһындағы мәғлүмәт-тәрҙе асыу; бурыслы менән ул баш тарт- ҡандан һуң үҙ-ара эш итеү. Закон боҙоуҙарға юл ҡуйыусыларға ҡарата административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Мөрәжәғәттәрҙе тикшереү һөҙөмтәләре буйынса вазифалы шәхестәр тарафынан 105 административ эш ҡуҙғатылған (былтыр – 46). Шуның менән бергә, 84-е – РФ КоАП-ының 14.57-се “Кисектерелгән бурыстарҙы ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлекте бойомға ашырған ваҡытта физик шәхестәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау тураһындағы ҡануниәт талаптарын боҙоу” статьяһы буйынса. Әлеге административ эштәрҙең 35-е коллектор агентлыҡтарына, 41-е – микрофинанс һәм микрокредит ойошмаларына, 5-е – кредит ойошмаларына, тағы ла 2-һе – законһыҙ “коллектор” эшмәкәрлеге алып барған шәхестәргә, 1 протокол вазифалы шәхес – микрокредит компанияһының генераль директорына ҡарата ҡуҙғатылған. 21 эш РФ КоАП-ының 17.7-се “Прокурорҙың, тәфтишсенең, тәүтикшереүсенең йәки административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы эш буйынса эшмәкәрлекте бойомға ашырыу- сы вазифалы кешенең законлы талаптарын үтәмәү” статьяһы менән ҡаралған админис-тратив хоҡуҡ боҙған өсөн ҡуҙғатылған.
Судтарҙа административ хоҡуҡ боҙоу-ҙар тураһында 90 эш (былтыр – 27) ҡарал-ған, улар буйынса 3 млн һум дөйөм суммаға административ яза тәғәйенләү тураһында ҡарарҙар сығарылған. Был 2018 йыл менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырҙан да ашыуға күберәк (унан алдағы йылда – 1,1 млн һум).
Хоҡуҡ ҡулланыу практикаһынан тыш, халыҡтың хоҡуҡи грамотаһын күтәреү буйынса ла эш алып барыла. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә күсмә ҡабул итеүҙәр, консультация көндәре ойоштора. Шундай осрашыуҙар барышында граждандарға “коллекторҙар” менән үҙ-ара эш иткән ваҡытта үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре һәм 230-сы Федераль закон положениелары аңлатыла. Унан тыш, юридик ойошмалар, шулай уҡ кредит, микрофинанс ойошмалары яғынан хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау өсөн семинар-кәңәшмәләр үтә.
Был йүнәлештәге эш 2020 йылда ла да- уам итә.