Владимир Путин Сыуаш Республикаһы Башлығы Михаил Игнатьевты вазифаһынан бушатып, уның урынына Олег Николаевты ҡуйҙы. Әлбиттә, әлегә яңы етәксе "и.о." ҡушымтаһы менән эшләп торасаҡ.
Һайлау көнө ҡасан булалыр, Сыуашстан халҡы кемгә тауыш бирер - уныһын үҙҙәре белә.
Ә "иҫке" Башлыҡ ниңә китергә мәжбүр булды икән, тиһегеҙме? Яңылыҡтар таҫмаһында уның тупаҫ һүҙҙәрҙе артыҡ күп һөйләүен, "Берҙәм Рәсәй"гә ҡарата урынһыҙ фекерен белдереүен яҙғайнылар. Бәлки, шуғалыр. Бәлки, башҡа етди сәбәптәре барҙыр. Һәр хәлдә, кем булып эшләһәң дә, ҡайҙа ултырһаң да, халыҡ алдында һүҙеңде үлсәп һөйләү мөһим...
Фото: Кремлин.ру (Президент Олег Николаевҡа уны Башлыҡ итеп тәғәйенләү тураһында хәбәр итә).