Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ғинуар 2020, 11:30

Барыһы ла - тормошобоҙҙо яҡшыртыу өсөн

29 ғинуарҙа республика Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” төбәк сәйәси советының киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе.

Көн тәртибендә төбәктә Президент Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең төп положениеларын тормошҡа ашырыу юлдары ҡаралды, шулай уҡ “Яңырыу 2.0” программаһы буйынса партия эсендә фекер алышыу һөҙөмтәләре тикшерелде.
“Мөрәжәғәтнамәлә төп тезис, минеңсә, шул: илебеҙҙең бөйөклөгө – граждандарҙың лайыҡлы тормошонда. Президенттың барлыҡ тәҡдимдәре тап шуға йүнәлтелгән. Беҙгә ошоға таянып эшләргә лә эшләргә”, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе ултырышта “Ватан һаҡсыһы” һәм “Яңы йыл ғаилә уйындары” партия проекттарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһе Секретарының рәхмәт хаттарын тапшырҙы, шулай уҡ партияның урындағы иң яҡшы бүлексәһенә конкурста еңгәндәрҙе ҡотланы.
Сараға йомғаҡ яһап, Радий Хәбиров һәр урында фекер алышыуҙар үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне, “Реаль эштәр” проектының һөҙөмтәле социаль коммуникациялар төҙөүҙәге өлөшөн баһаланы, Атайҙар көнөн булдырыу йәһәтенән башланғысты хупланы.