Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2020, 11:00

Владимир Путин миллиардер менән Африкала эшләү тураһында һөйләште

Ул - "Форбс" журналы мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙең төп нефть магнаты. Былтырғы һөҙөмтәләргә ҡарата уның байлығы 20,7 миллиард доллар тәшкил иткән. Байлыҡ буйынса илдә өсөнсө торған бизнесмен.

Һүҙ "Лукойл" компанияһы президенты Ваһид Әләкбәров (Вагит Алекперов) тураһында. Владимир Путин кисә тап уны ҡабул итте. Осрашыуҙа улар нефть табыуға бәйле үткән йылғы йомғаҡтарҙы барланы.
Ваһид әфәнде әйтеүенсә, йыл бик уңышлы булған. Шулай булмайса, нефть тә инде ул. "Лукойл" иң төпкөл Себерҙә, төньяҡта эшләгәнлектән, хеҙмәт хаҡтары ла арыу. Етәксе үҙе белдереүенсә, уртаса 65 мең һум икән.
Владимир Путин иһә был компанияның түләгән һалымы суммаһына иғтибар итте: биш йылда - 5,5 триллион һум. Һуңғы һалымдары ғына ла бер триллион 300 миллиард һум булған.
Ваһид Йософ улы яңы стратегик үҫеш программаһы әҙерләүҙәрен, иң тәү сиратта инвестицияны Рәсәй проекттарына һаласаҡтарын да әйтте.
- Я бы хотел отметить уникальное окно возможностей, которое появилось у нас после саммита в Сочи, который Вы провели с африканскими государствами. Мы действительно сейчас достаточно активно в Западную Африку входим, уже в три страны вошли, сейчас ещё четыре страны предлагают нам совместную работу. Такого никогда не было.
Этот саммит дал толчок для того, чтобы российские компании сегодня имели такие возможности, как работать на одном из самых перспективных рынков – это Западная Африка, - тип тә өҫтәне.
Тимәк, һаумы, Африка!
Рәсәй Президенты компания етәксеһенең саҡырыуы буйынса Когалымға ла барыр әле, моғайын. Әләкбәров уны моноҡалаларҙы үҫтереүгә арналған кәңәшмә үткәрергә саҡырҙы.
Фото: Кремлин.ру