Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2020, 16:00

Башҡортостанда республика башлығы ҡарамағындағы Физкультураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ойошторолдо

Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ойошторҙо. Тейешле указға 2020 йылдың 27 ғинуарында ҡул ҡуйылды.

Документҡа ярашлы, совет һәм уның составы тураһында положение раҫланды. Был органға республика башлығы үҙе етәкселек итә. Совет рәйесе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов, яуаплы секретарь – Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.


«Тарихи көн. Радий Фәрит улы Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға Олимпия һәм Паралимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙары, спорт федерациялары етәкселәре, әйҙәүсе тренерҙар, Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара органдары, ғилми ойошмалар, киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт берләшмәләре һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың вәкилдәре инде, — тип яҙҙы спорт министры Фейсбуктағы сәхифәһендә. — Ошондай командала беҙ әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итербеҙ һәм республикала спортты үҫтереү өсөн шарттар булдырырбыҙ. Был беҙҙең өсөн физик культура һәм спорт өлкәһендә тағы бер алға китеш. Эшкә әҙербеҙ! Алға!».