Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 18:00

Рифҡәт Исрафилов Салауат Юлаев ордены менән наградланды

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Төбәктең һәр төрлө иҡтисад тармағы предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениеларының 66 хеҙмәткәрен һөнәри ҡаҙаныштары өсөн ордендар, исемдәр, отличие билдәләре, почет грамоталары һәм рәхмәттәр менән билдәләп үттеләр.
Мәсетле районының Почетлы гражданы, РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, күп ордендар кавалеры, М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художестволы етәксеһе Рифҡәт Исрафилов та улар араһында булып сыҡты. Ул Салауат Юлаев ордены менән наградланды.