Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар 2020, 14:00

Граждандарҙы ҡабул итеү

30 ғинуарҙа 11.00 сәғәттә

Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы, Октябрьский тыҡрығы, 7/1 адресы буйынса урынлашҡан Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығы Дыуан район-ара тәфтиш бүлеге бинаһында Башҡортостан Республикаһы тәфтиш идаралығы етәксеһе юстицияның генерал-лейтенанты Д. Н. Чернятьев Дыуан район-ара тәфтиш бүлеге тикшереүселәре ҡарамағындағы тәфтишкә тиклемге тикшереүҙәр һәм енәйәт эштәрен тикшереү буйынса граждандарҙы ҡабул итә.
Теләүселәргә Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы, Октябрьский тыҡрығы, 7/1 адресы буйынса тәфтиш бүлегендә йәки 8 (34798) 3-36-02 телефоны буйынса алдан яҙылырға кәрәк.