Профилактик тикшереүҙәр 18 йәштән алып йыл һайын уҙғарыла.
Граждандар диспансеризацияны йәшәгән, эшләгән, уҡыған урындары буйынса йәиһә, үҙҙәре һайлап, тәүге медицина-санитария ярҙамы алған медицина ойошмаһында үтә.
Өлкәндәр диспансеризацияһы Оло Ыҡтамаҡ ҮРД-һының ололар поликлиникаһында көн һайын (йәкшәмбе менән байрам көндәренән тыш) үтә. Үҙеңдең участка табибына йәиһә 41-се медицина профилактикаһы кабинетына, алыҫ ятҡан ауылдарҙа йәшәгәндәргә үҙҙәренең участка ФАП-тары фельдшерҙарына мөрәжәғәт итергә . Профтикшереү йәки диспансеризацияның 1-се этабын үтеү өсөн поликлиникаға иртән ас ҡарынға килеү яҡшыраҡ. Үҙең менән паспорт һәм медицина страховкаһы полисын алып килергә.