Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2020, 12:00

Башҡортостан башлығы Ишембай районындағы үлемесле янғын тураһында: «Яҡындары һәләк булған ғаиләгә ярҙам итергә кәрәк»

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостандың Ишембай районы Ғүмәр ауылында янғын теркәлгән.

Янғында өс йәшлек малай, уның 23 йәшлек әсәһе һәм 59 йәшлек өләсәһе һәләк булған. Үлгән малайҙың ике йәшлек һеңлеһен күрше йортта йәшәгән ир уттан алып сыҡҡан. Ошо хаҡта 27 ғинуарҙа республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
«Зыян күргән бала Ишембай үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Ҡыҙыҡайҙы атаһы һәм уны ата-әсәһе ҡарай. Район хакимиәте һәм ауыл биләмәһе туғандарына мәрхүмдәрҙе ерләүҙә тейешле ярҙам күрһәтер, — тине ведомство етәксеһе. — Ведомство-ара тәфтиш-оператив төркөм янғын сәбәптәрен асыҡлай».
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, яҡындарының ғүмере өҙөлгән ғаиләгә ярҙам итеү зарур.
«Район башлығы әйтеүенсә, ғаилә имен тип һаналған. Ә муниципалитет етәкселегенең бөтә көсө имен булмаған ғаиләләр менән эшләүгә йүнәлтелгән. Бәлки, янғын тураһында иҫкәрткән приборҙарҙы ҡулланыу даирәһен киңәйтергә кәрәктер. Был ҙур аҡса түгел, приборҙар ғүмерҙәрҙе ҡотҡара бит. Һеҙҙән тәҡдимдәр көтәм. Иҫәпләгеҙ, нимә эшләргә мөмкин икәнлеген уйлағыҙ», — тине Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенә.
http://www.bashinform.ru/bash/1406003/