Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 11:00

Республикала ҡатын-ҡыҙҙы аборттан дүндергән табиптар биш мең һум премия алыуы мөмкин

Башҡортостанда аборттар кимәлен кәметеү һәм тыуымды арттырыу буйынса ведомство-ара программаның проекты әҙерләнгән. «Ғүмер бүләк ит» программаһы 2020-2024 йылдарға иҫәпләнгән.

Атап әйткәндә, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Хеҙмәт министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Башҡортостан бюджеты аҡсаһына ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам үҙәктәрендә медик-социаль ярҙам кабинеттарын асырға, социаль хеҙмәттәр ойошторорға, дини конфессиялар менән килешеүҙәр төҙөргә, call-үҙәктәр булдырырға, йөклөлөктө һаҡлау буйынса тапшырыуҙар һәм социаль роликтар циклын төшөрөргә ниәтләй.


«Ҡатын-ҡыҙҙарҙың 75 проценттан ашыуы эске сәбәптәр арҡаһында аборт тураһында ҡарар ҡабул итергә мәжбүр була. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ғына бала тыуыуға бәйле тормош хәленең киҫкенләшеүе мөмкин. Бындай осраҡтарҙа квалификациялы белгестең ярҙамы кәрәк», — тиелә «Ғүмер бүләк ит» программаһы проектында.


Йыл һайын программаны ғәмәлгә ашырыуға республика бюджетынан 5-әр миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла. Аҡса шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙы аборттан дүндергән табип-гинекологтарға премия түләүгә тотонола. Һәр осраҡҡа – 5-әр мең һум.


«Шулай уҡ һәйбәт эшләү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында медик-социаль ярҙам кабинеттарының матди-техник базаларын тулыландырырға кәрәк. Матди-техник базаны нығытыу өсөн сығымдарҙың дөйөм фонды программаның ғәмәлдә булыу ваҡытына 8 миллион һум тәшкил итә», — тиелә документта.


Бынан алда «Башинформ» бөгөн Башҡортостанда беренсе звено табиптарының онкологияны иртә асыҡлаған өсөн ошондай премия алыуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.