Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2020, 13:00

Федерация Советы уҡытыусылар хеҙмәтенә түләүҙең берҙәм системаһын булдырырға тәҡдим итә

Федерация Советы хөкүмәткә уҡытыусылар өсөн хеҙмәткә түләүҙең берҙәм системаһын булдырырға тигән мөрәжәғәт ҡабул итте, тип белдерҙе юғары палатаның матбуғат хеҙмәте.

Әлеге ваҡытта төбәктәрҙә урындағы властар педагогтарҙың эш хаҡын үҙҙәре билдәләй. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер өлкәләрҙә уҡытыусыларҙың төп оклады минималь хеҙмәт хаҡынан ике тапҡырға тиерлек аҙыраҡ.


Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәренсә, илдә уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 40 мең самаһы тәшкил итә. Төбәктәр буйынса айырма ҙур ғына – ҡайһы берҙәрендә уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы 22 мең һум булһа, Чукоткала иһә 100 мең тирәһе.


Закон сығарыусылар уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡын эшләгән сәғәттәр һанына, белем биреү программаһына һәм квалификацияһына ярашлы билдәләргә, дәртләндереүсе түләүҙәр системаһын һаҡлап ҡалырға тигән тәҡдим индерҙе.


Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, президенттың медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы буйынса берҙәм талаптар тураһында күрһәтмәһе бар, уҡытыусылар өсөн дә ошондай алымды ҡулланырға кәрәк. Тариф сеткаһына кире ҡайтыу хаҡында һүҙ бармай, тине сенатор.