Республика башлығы юлға сығырға әҙерләнгән автобустарҙың береһенә инеп, оҙатыусы һәм балалар менән аралашты. Дөйөм алғанда, ул күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды.
«Балаларҙың йылы, уңайлы шарттарҙа йөрөүҙәре минең өсөн бик мөһим, — тине Радий Хәбиров. — Был автобус уңайлы, төҙөк, водитель бөхтә, оҙатыусы бар. Дөйөм алғанда, балаларҙы нисек кәрәк, шулай йөрөтәләр. Мин улар өсөн тынысмын».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районына һәм Күмертау ҡалаһына килде.
http://www.bashinform.ru/bash/1404574/