Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 12:24

Килешеүҙәр төҙөү

23 ғинуарҙа 10.00-дән 16.00 сәғәткә тиклем

Район хакимиәтендә “Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһының 1-се эшмәкәрлек зонаһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе төбәк операторы вәкилдәре ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә килешеүҙәр төҙөү мәсьәләһе буйынса юридик шәхестәр- ҙе ҡабул итәсәк.

Әлеге сара Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡушыуы буйынса уҙғарыла.

Ҡатнашыу өсөн муниципаль район территорияһында эшмәкәрлек алып барған ойошмалар етәкселәре һәм эшҡыуарҙар саҡырыла.