Ошо аҙнала Өфөлә тейешле килешеүгә ҡул ҡуйыла, тип хәбәр итте республика хөкүмәте президиумы ултырышында вице-премьер Ленара Иванова.
«Дөйөм алғанда, бөтәһе 1345 кеше. Уларҙың 841-е һуғышта ҡатнашҡан, 300 Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 102 блокадалы Ленинградта йәшәүсе һәм 102 концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡоно. Һәр береһе айына дүрт тапҡыр Яндекс.Такси хеҙмәттәре менән бушлай файҙалана ала. Бер юл йөрөү хаҡы 250 һумдан артмаҫҡа тейеш. Йәнә ҡабатлайым: был бушлай һәм тотош республикала», — тип һөйләне Ленара Иванова «Башинформ» агентлығына.
Вице-премьер һүҙҙәренсә, таксиҙа йөрөүҙе алдан планлаштырырға кәрәк. Киләһе аҙнала Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә бының өсөн махсус телефон номеры бүленә. Ветерандарға ошо номерға шылтыратып әйтеү генә талап ителә. Оператор был мәғлүмәтте Яндекс.таксиға тапшыра.
«Идара итеү – беҙҙән. Бөтә ерҙә лә ғаризаларҙы хеҙмәткәр урынлаштыра. Тиҙҙән был проект үҙ эшен башлай», — тип өҫтәне Ленара Иванова.