Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 11:00

Башҡортостан ирекмәндәре Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша ала

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте тәүге тапҡыр 20 меңгә яҡын ирекмәндең 2020 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуын күҙ уңында тотҡан килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр ителә Спорт министрлығы сайтында.

Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.
Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль дәүләт статистика хеҙмәте һайлай һәм уҡыта.
Ҡатнашыусыларҙың һаны «Иҫәп алыу волонтерҙары» проектын 2020 йылдың күләмле ирекмәнлек проекты тип атарға мөмкинлек бирә.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу волонтерҙарына рәсми сайтта яҙылырға була.
http://www.bashinform.ru/bash/1400804/